Аҡ томбойоҡ (лат. Nymphaéa) — томбойоҡ һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Күп йыллыҡ үлән, тамырһабаҡлы һыу үҫемлеге.
Япрағының оҙонлоғо 10—30 см, дуға һымаҡ һеңерсәле түңәрәк‑эллиптик йәки йөрәксә‑ялпаҡ формала, шыма ситле йәки уймалы, төкһөҙ, йөҙөүсе, сиратлы, оҙон һаплы. Сәскәһе эре, аҡ, ике енесле, актиноморф, яңғыҙ, оҙон сәскә һаплы. Июнь—сентябрҙә сәскә ата. Емеше — еләк һымаҡ, тумалаҡ, июль—октябрҙә өлгөрә.
Күлдә, быуала, ҡылыла һәм йылға ҡултыҡтарында үҫә, башлыса Башҡортостандың Урал алдында һәм Башҡортостандың Урал аръяғында таралған.
Яҡынса 50 төрө билдәле, ике ярымшарҙың тропик һәм уртаса бүлкәттәрендә таралған. Башҡортостанда аҡ томбойоҡ үҫә.
Составында алкалоидтар, дуплау матдәләре, йөрәк гликозидтары, крахмал, май (орлоҡ), флавоноидтар бар; халыҡ медицинаһында ҡулланыла. Декоратив үҫемлек. Тамырһабағы һәм орлоғо һыуҙа йөҙөүсе ҡоштар, йылға ҡондоҙо, ондатра һ.б.өсөн аҙыҡ булып тора.
Аҡ томбойоҡ (лат. Nymphaéa) — томбойоҡ һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Күп йыллыҡ үлән, тамырһабаҡлы һыу үҫемлеге.