dcsimg

Вольвокс ( Bashkir )

provided by wikipedia emerging languages

Во́львокс (лат. Volvox) — һыу ылымыҡтары ырыуы. Донъяла 20-ләп төрө осрай. Сөсө һыу ятҡылыҡтарында тереклек итәләр. Күпләп үрсегәндә һыу «сәскә ата». Шар йәки эллипсоид формаһында (диаметры 3 мметрға тиклем), периферияла бер ҡат булып 500-ҙән алып 20 меңгә тиклем күҙәнәк урынлаша, улар, үҙ-ара протоплазма сүстәре менән тоташып, колония хасил итәләр. Һәр бер күҙәнәктең ике камсыһы була, уларҙың тирбәнеше вольвоксты хәрәкәткә килтерә. Шар ҡыуышлығы шыйыҡ лайла менән тула. Вольвокс үрсегәндә ҡайһы бер күҙәнәктәр колония тирәнлектәренә сумалар һәм унда бер нисә яңы колония барлыҡҡа килтереп бүленәләр.

Сығанаҡтар

Әҙәбиәт

  • Lee, R. E. Phycology, 4th edition. — Cambridge: Cambridge University Press, 2008. — 547 с. — ISBN 9780521682770
  • Хржановский, В.Г. Ботаника. — Москва: Высшая школа, 1975. — 372 с.
license
cc-by-sa-3.0
copyright
Wikipedia authors and editors

Вольвокс: Brief Summary ( Bashkir )