dcsimg

Inulo ( İdo dili )

wikipedia emerging languages tarafından sağlandı

Inulo esas Inula helenium, planto perena, ek la familio "kompozaji", di qua la radiko uzesas medicine.

lisans
cc-by-sa-3.0
telif hakkı
Wikipedia authors and editors

Андыз ( Kabardeyce )

wikipedia emerging languages tarafından sağlandı

Андыз (лат-бз. Inula helenium) — илъэс зы бжанэкӀэ къэкӀ къэкӀыгъэ лӀэужьыгъуэщ.

НэмыщӀ цӀэхэр

Адыгэбзэм мы удзым цӀэ бжыгъэ зэрехьэщ.

  • Андыз, андыдзтуркубзэхэм къыхэкӀа псалъэщ, турк лъэпкъэхэм я нэхъыбэм къагъэсэбэп цӀэр мы удз андызым тохуэщ.
  • Сабыйуц — кӀахэ лъэпкъхэм къагъэщхьэпэӀцӀэщ.
  • ЦӀыхуфӀгын — беслъэнейхэм, инжыдж къэбэрдейхэм къагъэщхьэпэ цӀэщ, псалъэм хэт Ӏыхьэ «гын» мыхьэнэ зэрихьэр беслъэнеибзэм хущхъуэщ.

Теплъэр

И лъэгагъыр м 2-2,5-м нос. ЗанщӀэу докӀей, пкъым гъэгъа щхьэ гъуэжь зыбжанэ къыпедзэ мэкъуауэгъуэм-бадзэуэгъуэм. Лъабжьэжь гъум ещӀ. И тхьэмпэхэр инщ, кӀыхьщ. ИщӀагъ тхьэмпэхэр нэхъ инщ ищхьэмкӀэ тетхэм нэхърэ. Андыз жылэхэр бжыхьэм мэхъу зэхьфиран, дыгъэгъазэ жылэм ещхьщ.

КъыздэкӀыр

Андызыр къыщокӀ мэкъупӀэхэм, псыхъуэхэм, мэз лъапэхэм, мэзыбгъухэм, псынащхьэхэм, къуэхэм. Ищхьэрэ Къаукъазым и бгыжьэгъухэм куэду ущрохьэлӀэ.

Къэгъэщхьэпэгъуэр

Хущхъуэ куэд зыхэлъ удзщ. Адыгэхэм андыз лъабжьэ зэхэгъэвамкӀэ ныбажэр, кӀэтӀий, ныбэ узхэр ягъэхъуж. Лъабжьэжьым къыщӀэвыкӀа псымкӀэ мэлхэр ирагъэпскӀыу щытащ, цыр изыгъэкӀ узыгъуэхэм щахъумэу.

Тхыгъэхэр

  • Хьэкъун Б. Адыгэ къэкӀыгъэцӀэхэр. ТхылътедзапӀэ «Эльбрус». Налшыч. 1992 гъ.
lisans
cc-by-sa-3.0
telif hakkı
Wikipedia authors and editors

Андыҙ ( Başkurtça )

wikipedia emerging languages tarafından sağlandı

Андыҙ (рус. Девясил высокий, лат. Inula helenium) — астралар ғаиләһендәге күп йыллыҡ үлән үҫемлек. Бейеклеге 1-1,25 м тирәһе. июнь-сентябрь айҙарында һары сәскә ата, емеше август-октябрҙә өлгөрә. Ҡалын тамырлы күп йыллыҡ үҫемлек. Япраҡтары сиратлашҡан, ситтәре тешле. Сәскәләре һары төҫтә, күбеһенсә яңгыҙ йәки күп һанлы кәрзиндә, ҡалкан һамаҡ йәки һепертке һамаҡ сәскә төркөмөнә йыйылған. Емеше оҙонса, 4 ҡырлы, ҡоңғорт бүрексәле орлоҡса. Декоратив, баллы үҫемлек. Дарыу үләне.

Таралыуы

Европа, Азия һәм Африкала таралған. Беҙҙең республикала андыҙ Ишембай, Бөрйән, Ғафури, Иглин, Архангель, Дәүләкән, Әлшәй, Мишкә райондарында йыш осрай. Урыны-урыны менән ул ҙур ғына майҙанды алып тора.

Айырыуса Ишембай һәм Ғафури райондарында күп. Бында андыҙ үләне Ағиҙел, Егән, Һәләүек буйҙарында тотош туғай булып үҫә.

Уны Дим, Бөрө, Оло Инәк, Сөн, Инйәр, Йыгайыр, Усолка, Ләмәҙ һәм бащҡа йылға буйҙарында ла йыш осратырға була.

Башҡортостандың күпселек райондарында йыш осраһа, Урал аръяғы райондарында һирәгәйә. Баймаҡ районында уны тик Таналыҡ йылғаһының һыу баҫыр болононда гына осратырға мөмкин.

Үҫкән ерҙәре

Андыҙ дымлы туғайҙарҙа, йылға, күл ярҙарында, болондарҙа, киң япраҡлы урман буйҙарында, урман ситендә үҫә.

Йылға һәм күл буйҙарында, еүеш туғайҙарҙа, ҡыуаҡтар араһында, урман аҡланында, һаҙлы урындарҙа ҙур булып үҫә,

Inula helenium - Köhler–s Medizinal-Pflanzen-210.jpg

Үрсеүе

Июль-август айында сәскә ата. Емештәре август-сентябрьҙә өлгөрә. Орлоҡтан һәм тамырһабағынан вегетатив юл менән үрсей.

Дарыу әһәмиәте

Тамырында һәм тамырһабағында сапониндар, аҙ миҡдарҙа алкалоид матдәләре, инулин, эфир майы, С, Е витаминдары һәм башҡа биологик актив матдәләр бар.

Андыҙ, дарыу үләне булараҡ, боронғо замандан уҡ билдәле. Ул боронғо Грецияла һәм Римда киң ҡулланылған. Күп илдәрҙең халыҡ медицинаһында бик тә популяр дарыу үләне булып иҫәпләнә.

Андыҙ аппетитты аса, аш һеңдереүҙе яҡшырта, эсәк һәм ашҡаҙандың эшен көйләй, организмда матдәләрҙең алмашыныуын яйәға һала.

Андыҙ тамыры һәм тамырһабағы ярҙамында эшләнгән төнәтмә бәүел ҡыуыу, тирләү, глистарҙы ҡыуыу, йүткереүҙе бөтөрөү, ауырыуҙы туҡтатыу һәм тынысландырыу тәьҫиренә эйә.

Көслө антисептик ҡаҡырыҡты йомшартып сығарыу, үт һәм бәүел ҡыуыу, елһенеүҙе баҫыу көсөнә эйә. Төрлө ашамлыҡтарға, дарыуҙарға, һыуыҡҡа аллергия булғанда ярҙам итә. Ауырыуҙарға ҡаршы тороусанлыҡты ла күтәрә.

Тамыр һәм тамырһабаҡ төнәтмәһен йәки һарҡындыһын үпкәлә туберкулез, бронхит, ревматизм ауырыуҙарын дауалағанда, йүткертеп ҡаҡырыҡ сығарыу өсөн әсәләр. Уны шулай уҡ тамаҡ һәм урт эсендәге ауырыуҙарҙы дауалағанда ла ҡулланалар. Ә андыҙҙың үҙен сабыртма, экзема, тимерәү, ҡысыныу кеүек тән ауырыуҙарын дауалау өсөн тән өҫтөнә һалып файҙаланыу уңайлы.

Андыҙҙан дөйөм һаулыҡты нығытыусы төнәтмә эшләйҙәр. 1 ҡалаҡ ваҡланған андыҙ тамырына 200 миллилитр ҡайнар һыу ҡойоп, ҡайнаған һыулы кәстрүлдә 15 — 20 минут тоталар. Һөҙгәс, 1 стакан күләменә етерлек ҡайнаған һыу өҫтәйҙәр. Көнөнә 2-3 тапҡыр ашарҙан 1 сәғәт алда ярты стаканлап эсәләр.

Ул ревматизмды дауалау өсөн дә ҡулланыла. Андыҙ һәм дегәнәк тамырҙарын бер үк ауырлыҡта алалар. 1 ҡалаҡ ҡатнашмаға 1 стакан ҡайнар һыу һалып, 20 минут буйы таҫтамал менән ҡаплап төнәтәләр. Һөҙәләр . Көнөнә 3 тапҡыр ашарға 20 минут ҡала 1 ҡалаҡ эсәләр. Былтөнәтмәне шулай уҡ йылытыусы компресс итеп тә файҙаланып була.

Әҙерләү

Дарыу үләне итеп файҙаланыу өсөн андыҙҙың тамыры һәм тамырһабағы көҙ көнө ҡаҙып алына. һалҡын төшкәнсе был эште башҡарып ҡуйырға кәрәк.

Сәскә атҡан үлән тамырһабағын ҡаҙып алырға тәҡдим итәләр. Бер төп үләндән 60 грамдан 750 грамға тиклем еүеш тамыр һәм тамырһабаҡ ҡаҙып алырға була.

Тамыр тупраҡтан таҙартып йыуыла, нәҙек тамырҙары ҡырҡып алына ла ваҡ-ваҡ киҫәктәргә киҫелә. Андыҙ тамыры һәм тамырһабағы ел өрөп торған күләгәле урында киптерелә.

Уны 40 градустан артмаған йылы урында ла киптерергә мөмкин, шулай уҡ янып. һыуый барған мейес башына ла ҡуйып алырға була.

Тамыр киҫәктәре йыш-йыш әйләндерелә, был уларҙың тигеҙ кибеүе өсөн кәрәк.

Андыҙҙан ризыҡ

Андыҙ тамырында инулин (41) процентҡа тиклем), май һәм витаминдар бар. Уларҙы ашамлыҡта ла ҡулланалар, шулай уҡ төрлө аш-һыу ҙа әҙерләйҙәр.

Мәҫәлән, андыҙ һалып һоло бутҡаһы бешерелә. Бының өсөн 200 грамм «Геркулес» һоло ярмаһы, г яңы ҡаҙылған андыҙ тамыры, 400 г һөт, 20г шәкәр ҡомо, 2 стакан һыу алына. Ҡайнап торған һөтлө һыуға һоло ярмаһы, ит үткәргес аша ваҡланған андыҙ тамыры һалына, шәкәр һәм тоҙ өҫтәлә. Бутҡа бешеп еткәнсе ҡайнатыла.

Андыҙҙан кеҫәл дә эшләйҙәр. Бының өсөн 25 грамм кипкән тамыр киҫәктәре, 150 г шәкәр ҡомо, 35 г картуф крахмалы, 1 литр һыу алына. Андыҙ тамыры йомшарғанға тиклем һыуҙа ҡайнатыла ла.

Әҙәбиәт

  • Губанов И. А., Киселёва К. В., Новиков В. С., Тихомиров В. Н. 895. Althaea officinalis L. — Алтей лекарственный // Иллюстрированный определитель растений Средней России. В 3-х томах — М.: Т-во науч. изд. КМК, Ин-т технолог. иссл, 2003. — Т. 2. Покрытосеменные (двудольные: раздельнолепестные). — С. 550. — ISBN 9-87317-128-9
  • Ғүмәров В. З. Тыуған яҡтың шифалы үҫәмлектәре. —Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1996. −160 б. ISBN 5-295-01499-1

Һылтанмалар

lisans
cc-by-sa-3.0
telif hakkı
Wikipedia authors and editors

Андыҙ: Brief Summary ( Başkurtça )

wikipedia emerging languages tarafından sağlandı

Андыҙ (рус. Девясил высокий, лат. Inula helenium) — астралар ғаиләһендәге күп йыллыҡ үлән үҫемлек. Бейеклеге 1-1,25 м тирәһе. июнь-сентябрь айҙарында һары сәскә ата, емеше август-октябрҙә өлгөрә. Ҡалын тамырлы күп йыллыҡ үҫемлек. Япраҡтары сиратлашҡан, ситтәре тешле. Сәскәләре һары төҫтә, күбеһенсә яңгыҙ йәки күп һанлы кәрзиндә, ҡалкан һамаҡ йәки һепертке һамаҡ сәскә төркөмөнә йыйылған. Емеше оҙонса, 4 ҡырлы, ҡоңғорт бүрексәле орлоҡса. Декоратив, баллы үҫемлек. Дарыу үләне.

lisans
cc-by-sa-3.0
telif hakkı
Wikipedia authors and editors

Бийик карындыз же сарындыз ( Kırgızça )

wikipedia emerging languages tarafından sağlandı
 src=
Бийик карындыз
 src=
Бийик карындыз

Бийик карындыз же сарындыз — көп жылдык жапайы өсүмдүк. Ал Украина, Кавказ, Белоруссия, Батыш Сибирь жана Орто Азияда кездешет. Кыргызстанда кеңири таралып, бадалдардын арасында, суунун жээгинде жана башка нымдуу жерлерде өсөт. Негизинен тамыры дарылык касиетке ээ. Тамыры күзүндө же жаз алды менен казылат да, дароо муздак сууга жууш керек. Кургатуу алдында тамырларын туурасынан кесип бөлүп, ачык жерге кургатылат. Кургатылган тамырынын маңызы какырык чыгаруучу жана сезгенүүгө каршы зат катары сунуш кылынат. Майдаланган тамырды (15— 20 г) бир стакан сууга 10 мин. кайнатып, чыпкалап, күнүнө 4—5 жолу кашык менен ичүү сунуш кылынат.

Колдонулган адабияттар

Кыргыз Совет Энциклопедиясынын Башкы редакциясы. «Ден соолук» Медициналык энциклопедия. - Ф.:1991, ISBN 5-89750-008-8

lisans
cc-by-sa-3.0
telif hakkı
Wikipedia жазуучу жана редактор