dcsimg

Оҫта ҡорт ( Başkurtça )

wikipedia emerging languages tarafından sağlandı

Оҫта ҡорт[1] (лат. Xylocopa valga) — Яңғыҙаҡ ҡорттар төрөнә ҡараған бал ҡорттары ғаиләһендәге Apidae бөжәк.

Биологик яҙма

Яры ҡанатлылар отрядының ысын бал ҡорттары ғаиләһенә ҡараған бөжәк. Кәүҙәһе 2,0—2,8 см оҙонлоҡта (ата ҡорттар вағыраҡ), ҡара төҫтә, күкһел—миләүшә ялтырауыҡлы, оҙон һирәк төктәр менән ҡапланған. Мыйығы өҫ яҡтан ҡара төҫтә, аҫтан — ерәнһыу. Ҡорһағы йомро. Ҡанаттары ялтыр, күкһел—миләүшә төҫтә, алғы ситтәре асыҡ төҫтә.

Үрсеүе

Ояһын ҡоро үҙағаста, иҫке ағас ҡаралтыларҙа һәм башҡа урындарҙа ҡора, уның күҙәнәктәренә тат, һеркә һәм йомортҡа һалына. Ҡарышлауыҡтары ҡурсаҡ көбөндә ҡурсаҡлана. Башҡортостан шарттарында йылына 1 быуын үҫә. Ҡарышлауыҡтары һәм йәш ҡорттар ҡышлай. Йәш ҡорттар яҙ көнө килеп сыға. Көндөҙ әүҙем.

Туҡланыуы

Ҡуҙаҡлылар, ирен сәскә һымаҡтар, роза һымаҡтарҙың таты һәм һеркәһе менән туҡлана. Үҫемлектәрҙе һеркәләндереүсе. Үҙағаста бөжәктең бер нисә ояһы булғанда уның структураһы боҙола.

Таралышы

Башлыса Көнбайыш һәм Үҙәк Евразияла, Африканың төньяғында таралған. Далала, урманлы далала, урман аҡландарында, урман ситтәре буйлап, торлаҡ янында тереклек итә. Башҡортостандың Урал алдында (Әлшәй, Баҡалы, Ғафури, Өфө, Саҡмағош райондары) осрай. Башҡортостандың һәм Рәсәй Федерацияһының Ҡыҙыл китабына индерелгән.

Галерея

Xylocopa valga fem2.jpg Бөжәк

Иҫкәрмәләр

  1. Панфилов Д. В., Березин М. В. ПЧЕЛА-ПЛОТНИК — Xylocopa valga Gerstaecker, 1872 (рус.). Тәүге сығанаҡтан архивланған 19 март 2012. 14 ғинуар 2012 тикшерелгән.

Һылтанмалар

lisans
cc-by-sa-3.0
telif hakkı
Wikipedia authors and editors

Оҫта ҡорт: Brief Summary ( Başkurtça )

wikipedia emerging languages tarafından sağlandı

Оҫта ҡорт (лат. Xylocopa valga) — Яңғыҙаҡ ҡорттар төрөнә ҡараған бал ҡорттары ғаиләһендәге Apidae бөжәк.

lisans
cc-by-sa-3.0
telif hakkı
Wikipedia authors and editors