dcsimg
Image of opisthokonts

Eukaryotes

Eukaryota

Эукариоттар ( Bashkir )

provided by wikipedia emerging languages
"
Хайуан күҙәнәгенең дөйөмләштерелгән диаграммаһы. Органеллалар: 1. Бәләкәй ядро 2. Күҙәнәк ядроһы 3. Рибосома 4. Везикула 5. Ҡытыршы (грануляр) эндоплазма ретикулумы 6. Гольджи аппараты 7. Күҙәнәк стенкаһы(диуары) 8. Шыма (агрануляр) эндоплазма ретикулумы 9. Митохондрия 10. Вакуоль 11. Цитозоль(Гиалоплазма) 12. Лизосома 13. Күҙәнәк үҙәге, йәки Центросома (центриоль)

Эукарио́ттар (арх. эвкарио́ттар; лат. Eukaryota «яҡшы» + «ядро»), йәки я́дролыларкүҙәнәктәрендә ядролары булған тере организмдарҙың домены (өҫбатшалыҡ). Бактерияларҙан һәм архейҙарҙан башҡалары барыһы ла эукариоттар.

"Endomembrane
Эске мембрана системаһы һәм уның компоненттары

Хайуандар, үҫемлектәр, бәшмәктәр, шулай уҡ, протистар тигән төркөмдәгеләр — барыһы ла эукариот организмдар. Улар бер күҙәнәклеләр һәм күп күҙәнәклеләр булырға мөмкиндәр.

Әммә бөтәһенең дә төҙөлөш планы оҡшаш. Бөтәһенең дә цитоплазма эсендә мембраналар системаһы ныҡ үҫешкән. Нәҫел материалы цитоплазманан ике ҡатлы мембрана менән айырылған.

Бынан тыш мембраналы төҙөлөшлө органоидтар системаһы барлыҡҡа килгән:

  • ике ҡат мембраналылар: митохондриялар, пластидтар
  • бер мембраналылар:лизосомалар, Гольджи аппараты, эндоплазмаретикулумы (ЭПС).

Айырмалары ҙур булыуға ҡарамаҫтан, ядролылар юғары рангҡа ҡараған монофилетик таксон тип һанала.

Әҙәбиәт

  • А. О. Рувинский. «Общая биология. Для углубленного изучения биологии». Издательство «Просвещение».
  • Ю. Н. Лемеза. «Биология. Вопросы повышеной трудности». Издательство «Айрис», 1998 г.
  • Н. Д. Андреева. «Биология». Издательство «Союз» 2002 г.
  • А. В. Кленова. «Биология для поступающих в ВУЗы». Издательство «Учитель», 1997 г.

Киң таралған фараздарҙың береһе булып, эукариоттар 1,6—2,1 млрд йыл элек барлыҡҡа килгән тигән фекер һанала.

  1. 1,0 1,1 Ruggiero M. A., Gordon D. P., Orrell T. M. et al. A Higher Level Classification of All Living Organisms // PLOS ONEPublic Library of Science, 2015. — Vol. 10, Iss. 4. — P. e0119248. — ISSN 1932-6203doi:10.1371/JOURNAL.PONE.0119248
  2. Alastair G.B. Simpson, Barta J., Karpov S. A. et al. The new higher level classification of eukaryotes with emphasis on the taxonomy of protists // The Journal of Eukaryotic MicrobiologyWiley-Blackwell, 2005. — Vol. 52, Iss. 5. — P. 400. — ISSN 1066-5234; 1550-7408doi:10.1111/J.1550-7408.2005.00053.X
  3. AlgaeBase
license
cc-by-sa-3.0
copyright
Wikipedia authors and editors

Эукариоттар: Brief Summary ( Bashkir )

provided by wikipedia emerging languages
" Хайуан күҙәнәгенең дөйөмләштерелгән диаграммаһы. Органеллалар: 1. Бәләкәй ядро 2. Күҙәнәк ядроһы 3. Рибосома 4. Везикула 5. Ҡытыршы (грануляр) эндоплазма ретикулумы 6. Гольджи аппараты 7. Күҙәнәк стенкаһы(диуары) 8. Шыма (агрануляр) эндоплазма ретикулумы 9. Митохондрия 10. Вакуоль 11. Цитозоль(Гиалоплазма) 12. Лизосома 13. Күҙәнәк үҙәге, йәки Центросома (центриоль)

Эукарио́ттар (арх. эвкарио́ттар; лат. Eukaryota «яҡшы» + «ядро»), йәки я́дролылар — күҙәнәктәрендә ядролары булған тере организмдарҙың домены (өҫбатшалыҡ). Бактерияларҙан һәм архейҙарҙан башҡалары барыһы ла эукариоттар.

"Endomembrane Эске мембрана системаһы һәм уның компоненттары

Хайуандар, үҫемлектәр, бәшмәктәр, шулай уҡ, протистар тигән төркөмдәгеләр — барыһы ла эукариот организмдар. Улар бер күҙәнәклеләр һәм күп күҙәнәклеләр булырға мөмкиндәр.

Әммә бөтәһенең дә төҙөлөш планы оҡшаш. Бөтәһенең дә цитоплазма эсендә мембраналар системаһы ныҡ үҫешкән. Нәҫел материалы цитоплазманан ике ҡатлы мембрана менән айырылған.

Бынан тыш мембраналы төҙөлөшлө органоидтар системаһы барлыҡҡа килгән:

ике ҡат мембраналылар: митохондриялар, пластидтар бер мембраналылар:лизосомалар, Гольджи аппараты, эндоплазмаретикулумы (ЭПС).

Айырмалары ҙур булыуға ҡарамаҫтан, ядролылар юғары рангҡа ҡараған монофилетик таксон тип һанала.

license
cc-by-sa-3.0
copyright
Wikipedia authors and editors